Башҡортостандың Ветеринария хеҙмәтендә был хәлгә түбәндәге аңлатманы биргәндәр: “Стәрлебаш районының Түбәнге Аллағыуат ауылында 110 ихата бар, уларҙа 1050 баш ҡош-ҡорт иҫәпләнә. Ҡаҙҙарҙың үлеме буйынса ветеринария хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеү булған. Ошонан һуң патологик материал алынған, ул “Башҡорт ғилми-етештереү ветеринария лабораторияһы” дәүләт бюджет ойошмаһының Стәрлетамаҡ филиалына ебәрелгән. Тикшереүҙәр һөҙөмтәләре буйынса, 12 октябрҙәге экспертизаға ярашлы, килтерелгән өлгөләрҙә колибактериоз һәм аспергиллез ҡуҙғытҡыстары – ҡош-ҡорттоң эсәк-ҡарын һәм бәшмәк ауырыуҙары инфекциялары – булған. Шуға ла ҡаҙҙар үлгән”.
"Стәрлебаш район дәүләт ветеринария хеҙмәте вәкилдәре 7 декабрҙә урынға сыҡҡан һәм ҡош-ҡортто ҡараған, фермерҙар менән аралашҡан. Сир билдәләре асыҡланмаған”, – тип хәбәр иткән Башҡортостан Ветеринария идаралығының рәсми вәкиле Рәзинә Шәрипова.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ноябрь урталарында Башҡортостан сигендә, Баҡалы районынан биш километр алыҫлыҡта, ҡош киҙеүенең көсәйеүе хаҡында хәбәр иткәйнек.