Даирә
-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Декабрь 2020, 14:56

Табынға - ҡыҙҙырылған балыҡ

Тәмле лә, туҡлыҡлы ла, файҙалы ла балыҡты ошо рецепт буйынса ҡыҙҙырып ҡарарға тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, күңелегеҙ көр булһын!

600 грамм балыҡ, ярты ҡалаҡ гәрсис, бер сәй ҡалағы тоҙ, имбир, паприка, базилик тәмләткестәре, ҡара борос, ике аш ҡалағы соя соусы, үҫемлек майы, бер йомортҡа, 1,5 аш ҡалағы манный ярмаһы, өс сәй ҡалағы картуф крахмалы, ярты ҡалаҡ лимон һуты кәрәк.

Таҙартылған балыҡтарҙы тигеҙ өлөштәргә бүләбеҙ. Шунан бер һауытҡа тоҙ, борос, тәмләткестәр, соя соусы, үҫемлек майы, манный ярмаһы, крахмал, лимон һуты, гәрсис һалып, һәйбәтләп болғайбыҙ. Артабан әҙер маринадҡа балыҡ киҫәктәрен һалып бутайбыҙ ҙа, һауыттың ҡапҡасын ябып, 20 минут ултыртып торабыҙ.

Унан алып, йылытылған табала ике яғына әйләндереп ҡыҙҙырып алабыҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: 123ru.net.
Автор: Рисаля Юмагулова
Читайте нас в