Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Декабрь 2020, 19:52

Белореттар Миләүшә менән хушлашты...

Оҙаҡ йылдар яман сиргә ҡаршы көрәшкән көслө рухлы милләттәшебеҙҙең ике балаһы ҡалды...

“Миләш тәлгәшендәй генә ғүмерең,
Ауыр һыуыҡ төшкәс өҙөлдө...
Ышанырлыҡ хәбәр түгел... Миләүшә Мансур ҡыҙы беҙҙе ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа киткән. Тыныс йоҡла, урының ожмахта булһын” – социаль селтәрҙәге ошо аяуһыҙ яңылыҡ белореттарҙы тағы ла шаңҡытты.
Миләүшә Фәхретдиноваға ошо көндәрҙә 45 йәш тулғайны. Ғүмеренең 20 йылын ул Белорет тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына бағышланы, йәғни 2000 йылдан директор булып эшләне.
Йәшләй генә яуаплы вазифаға тәғәйенләнһә лә, уңышлы эшләне, ошо ике тиҫтә йылда ҡаланың йөҙөк ҡашы булған төп музейҙың үҫешенә тос өлөш индерҙе. Бынан тыш, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашты, ҡалалағы участка һайлау комиссияларының береһенә етәкселек итте, ғөмүмән, урындағы сараларҙың уртаһында ҡайнап йәшәне. Туғандары өсөн йән атып торҙо.
Көслө рухлы Миләүшә Мансур ҡыҙы оҙаҡ йылдар яман сиргә ҡаршы көрәште. Бер ваҡытта ла һыр бирмәне, башын юғары тотоп эшләне лә эшләне. Тик мәкерле сир көслөрәк булып сыҡты. Миләүшәнең ике балаһы етем ҡалды...
Миләүшә Мансур ҡыҙының ата-әсәһенең, туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: