Даирә
-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Декабрь 2020, 19:42

Айҙар Ғәлимовты халыҡ танымай башлаған

"Еңел түгел. Психологик яҡтан да бик ауыр..." - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты йырсы.

Ишетеп-күреп тороуыбыҙса, пандемия осоронда артистарға ла еңел түгел. Уларҙың ҡайһылары икенсе эшкә урынлашһа, бәғзеләре төркөмдәрен һаҡларға, тарҡатмаҫҡа тырыша. Ошо хаҡта Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, танылған йырсы Айҙар Ғәлимов үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашҡан. "Мин пандемиянан бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкиле булараҡ зыян күрҙем. Инде ярты йылдан ашыу беҙ ойошманы һаҡларға, нисек тә эшләргә, алға барырға тырышабыҙ. Әммә был еңел түгел. Ижад кешеһе һәр саҡ тонуста булырға тейеш. Ә һине бикләп ҡуялар икән, психологик яҡтан да бик ауыр бит. Концерт залын 25 процентҡа тиклем тултырыу ҙа - артист өсөн ҙур минус. Ә инде бөтөнләй ябып ҡуйһалар, афәт буласаҡ. Ябып ҡуйыуы еңел, ә яңынан башлауы бик ҡыйынға төшәсәк", - тигән Айҙар Ғәлимов. Йырсы уйынлы-ысынлы битлек кейеүҙең уңайлы яғын да билдәләгән: "Магазиндарҙа башлыҡ һәм битлек кейеп йөрөгәс, халыҡ танымай". Яратҡан артистарыбыҙҙы халыҡ бер күреүҙән танырға тейеш тә бит... Ҡалайтаһың, коронавирус сигенергә уйламай. Яратҡан артистарыбыҙҙың концерттарына күмәкләп йөрөй башларбыыҙ әле. Яҡшыға өмөтләнәйек, барыбыҙ ҙа һау-сәләмәт булайыҡ! Фото: аfisha.yandex.ru Автор: Карима Усманова
Читайте нас: