Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Декабрь 2020, 19:37

"Атҡаныма үкенмәйем" тигәйне Рәмил...

Уға мулла менән бер нисә минут ҡына һөйләшергә рөхсәт биргәндәр...

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 23 ноябрҙән алып Читала Рәмил Шәмсетдинов өҫтөнән суд дауам итә. Ул үҙе хеҙмәт иткән часта һигеҙ хеҙмәттәшен атып үлтереүҙә ғәйепләнә. Кисә сираттағы ултырыш булған. Унда Рәмилдән һорау алғандар. Һалдат үҙенең ҡылығы өсөн үкенеүен белдергән. Үлтереүҙе ҡасан планлаштырғаны тураһында әйткән һәм, был фажиғәнең булмауы ла ихтимал ине, тигән. Быға ҡәҙәр хәбәр итеүебеҙсә, Шәмсетдинов ҡулға алыныуҙың икенсе көнөндә, 2019 йылдың 26 октябрендә, тәүге күрһәтмәләрен биргәйне. Ул саҡта, өлкән лейтенант Пьянковты үлтерергә планлаштырҙым һәм был ҡылығым өсөн үкенмәйем, тигәйне. Был юлы иһә теге саҡта дөрөҫөн әйтмәүен белдергән һәм енәйәт ҡылыуына үкенгәнен белдергән. Уның адвокаты Рауил Тугушев һалдаттан былай тип һораған: "Әгәр һиңә ҡарата йоҡлатмай язалау сараһы ҡулланылмаһа, был аҙымға барыр инеңме?". Рәмил "Юҡ" тип яуап биргән. "Мин уға был һорауҙы ике тапҡыр бирҙем. Икеһендә лә үкенеүен белдерҙе. Бөгөн Шәмсетдиновтан һорау алдылар. Яҡлау яғы уның енәйәт мәлендә психологик хәлен асыҡлаған һорауҙар бирҙе. Судта билдәләнеүенсә, уға ҡарата йоҡонан яҙҙырыу формаһында ғазаплау ҡулланылған", - тигән Рауил Тугушев. Был турала бер нисә тапҡыр хәбәр ителде: Рәмилде бәҙрәф йыйыштырыуҙан баш тартҡаны өсөн тәүлектәр буйы йоҡлатмай ыҙалатҡандар. Кешеләрҙе атыуға тап ошо ял етмәү килтерә, ә өлкән лейтенант Данил Пьянков был ваҡиғала ғәйепле, тип белдергән һалдат. 2 декабрҙә Рәмил биш минут мулла менән һөйләшкән. Был ваҡытта яндарында полиция хеҙмәткәрҙәре булған. Уларҙың нимә тураһында һөйләшкәне билдәле түгел. Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: