Һорау алынған шаһиттарҙың ҡайһы берҙәре хәрби частағы "бабайсылыҡ" күренешен иҫбатлаған яуаптар бирҙе. Рәмил иһә медицина тикшереүе үткәндә тәнендәге туҡмалыу эҙҙәрен ошаҡсы булмаҫ өсөн йәшереүен, ә хеҙмәттәштәренең уны видеокамералар булмаған урында, мәҫәлән, гардероб эргәһендәге бәләкәй коридорҙа ыҙалатыуҙарын хәбәр итте. Егет һәләк булған һәм ҡаты яраланған һалдаттарҙың туғандарының бәғзе берәүҙәренән ғәфү үтенде. Шулай уҡ 1 декабрҙәге суд ултырышында уға мулланы саҡырыуҙарын һораны. Был үтенесте ул йәйҙән бирле белдерә. Пандемия иғлан ителеү сәбәпле, СИЗО-ға дин әһелдәрен үткәрмәйҙәр, ә судҡа килергә рөхсәт биреүҙәре мөмкин. "Рәмилдең имам менән һөйләшеү теләге көслөлөр, сөнки уның иңендә көс еткеһеҙ йөк ята", – тип белдерҙе уның адвокаты Рауил Туғушев. Фото: vk.com/wolrdchangeАвтор: Гульдар Булякбаева-Бирганова.