Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Ноябрь 2020, 09:28

Һин ниндәй төҫ яратаһың?

Һәр беребеҙҙең яратҡан төҫө бар. Ә ошо төҫтәргә ҡарап, кешенең холҡон да билдәләп була.

Ут ҡыҙыл төҫ көслө һәм актив кешеләрҙеке тип иҫәпләнә. Улар һәр эшкә дәртләнеп тотона, әрһеҙләнеп эшләй. Ҡыҙыл төҫ яратыусыларҙың күңелендә һәр саҡ сәйәхәтсе һәм еңеүсе йәшәй. Бешкән сейә төҫөнә үҙ-үҙен ҡулда тота алыусы һәм маҡсатлы кешеләр өҫтөнлөк бирә. Улар рухи көсө менән ысынлап та ғорурлана ала. Тик ҡайһы осраҡта бындай кешеләр матди байлыҡтарға өҫтөнлөк биреп, рухи яҡ тураһында онотоп та ебәрә. Ҡыҙғылт төҫ - оптимистарҙыҡы. Уларҙың энергияһы ташып тора, һәр эште уңышлы булһын өсөн тип эшләйҙәр. Хискә бирелеүсәндәр. Һәр уңышһыҙлыҡтан үҙҙәренә һабаҡ ала беләләр. Хәнәүәт (ҡыҙғылт-һары) төҫ - ғорур, көслө һәм бәйһеҙ кешеләр төҫө. Улар үҙ яҙмыштарын ғына түгел, башҡаларҙыҡын да ҡулына алырға, үҙгәртергә һәләтле. Тик бындай кешеләрҙе "һауанан" һәр саҡ ергә төшөрөп торорға кәрәк. Һары төҫтө зыялы һәм тәрбиәле кешеләр һайлай. Был кешеләр ижади һөнәрҙәр һайлай, тормоштарын яҡты буяуҙарға буярға тырыша. Шул уҡ ваҡытта һары төҫтө үҙ-үҙҙәрен генә ҡайғыртыусы эгоистар ҙа һайларға мөмкин. Йәшел төҫтө һайлаусылар тормошто ярата. Улар позитив, яҡшы күңелле, һиҙгер. Ундай кешеләр тормошҡа еңел ҡарай, уңышһыҙлыҡтарға оҙаҡлап борсолоп ултырмай. Улар кеше ҡайғыһын тыңлай һәм аңлай белә. Зәңгәр төҫтө яратыусылар - тоғро консерванттар. Улар энергиялы булыуҙары, ә ҡайһы ваҡыт артыҡ ашығыуҙары менән дә айырылып тора. Бындай кешеләр үҙ хаталарын танырға яратмай, бигерәк тә ул хаталарға башҡа кешеләр төртөп күрһәткәнде өнәмәй. Шәмәхә төҫкә артислыҡ һәләттәре булғандар өҫтөнлөк бирә. Улар йыш ҡына үҙҙәре уйлап тапҡан донъяла йәшәй, ысынбарлыҡты ҡабул итергә теләмәй. Тәнҡитте лә насар ҡабул итәләр. Аҡ төҫ - аҡыллы һәм уйлай белә торған кешеләрҙеке. Әлеге төҫтө һайлаусылар әҙәпле, ихлас, ярҙамсыл. Һоро - үҙ-үҙенән ышанмаусы кешеләр төҫө. Улар кешеләр араһында юғалырға теләй, ҡысҡырып күренеп торорға яратмай. Ҡара төҫ кешенең эске һәм ихтыяр көсө тураһында һөйләй. Был төҫтө һайлаусылар үҙ-үҙҙәренә ышана, үҙ мөмкинлектәрен белә. Күк төҫ яратыусылар йыш ғашиҡ булыусан, күп дуҫтары булған һәм ижадты яратҡан кешеләр һайлай. Ә һеҙ ниндәй төҫ яратаһығыҙ, дуҫтар? Фото: Ирекле сығанаҡтан. Автор: Карима Усманова
Читайте нас: