Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Ноябрь 2020, 18:45

Бульдозер аҫтында ҡалған...

Эшсенең һәләк булыуында кем ғәйепле?

Башҡортостанда 54 йәшлек кешенең үлеме буйынса тикшереү эше тамамланды. Башҡортостан дәүләт хеҙмәт инспекцияһы Ижевск "Трактор үҙәге" йәмғиәте эшсеһенең бәхетһеҙлеккә тарыуы осрағы буйынса тикшереү эшен тамамлаған. Был турала төбәк ведомствоһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Ғәҙәттән тыш хәл быйыл 9 июндә Яңауыл районында Сытырман нефть ятҡылығы юлында була. Алдан фаразлауҙар буйынса, эшселәр бригадаһы Ижевскиға ебәреү өсөн бульдозерҙан тейәгесен сисеп алып, тралға тейәргә тейеш була. Тейәгән ваҡытта бульдозер әйләнеп китеп, машинист уның аҫтында ҡала һәм һәләк була. Тикшереү асыҡлауынса, фажиғәнең сәбәбе - эште дөрөҫ ойоштормауҙа. Атап әйткәндә, "Аҙнаҡай офоғо" йәмғиәте "Трактор үҙәге"н махсус пропускһыҙ эшкә йәлеп иткән, бынан тыш, һәләк булған кеше хеҙмәтте һаҡлау буйынса инструктаж үтмәгән. Тәртип боҙоуҙар факты буйынса "Аҙнаҡай офоғо" йәмғиәтенә ҡарата административ эш асылған. Ә "Трактор үҙәге" йәмғиәте 320 мең һум күләмендә штраф түләйәсәк. Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы. Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: