Даирә
+14 °С
Облачно
Төрлөһөнән
30 Ноября 2020, 08:43

Бер юлы алты автомобиль бәрелешкән

Зыян күреүселәр бар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда күп автомобиль ҡатнашлығында авария теркәлгән. 29 ноябрҙә киске туғыҙҙарҙа Туймазы районында бер юлы алты машина аварияға юлыҡҡан, зыян күреүселәр бар, тип хәбәр итә Башҡортостан ЮХХДИ-һы. Бәләбәй - Николаевка - Туймазы - Баҡалы юлының 63-сө километрында 29 йәшлек ир идара иткән "Форд Фокус" ҡаршыға килгән "ВАЗ - 2112" (рулдә - 19 йәшлек водитель) менән бәрелешкән. Артабан "Фокус" юл ыңғайынан килгән "Шкода Октавия"-ға, ә уныһы инде ыңғайҙағы "Калина"ға бәрелгән. "Форд" шулай уҡ икенсе "Лада Калина" һәм "Рено Логан" менән дә бәрелешкән. Аварияла "ВАЗ"-дың водителе һәм пассажиры, шулай уҡ "Форд"тың пассажиры зыян күргән. Әлеге мәлдә юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре тикшерелә. Фото:ufa.aif.ru Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас