Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Ноябрь 2020, 23:16

Кефирҙа кекс

Был тәмлекәсте бешереү өсөн ике йомортҡа, бер стакан шәкәр, бер стакан кефир йәки йогурт,

100 грамм ирегән аҡ май, ике стакан самаһы он, ике сәй ҡалағы ҡамыр йомшартҡыс, ванилин кәрәк буласаҡ.

Тәүҙә йомортҡа менән шәкәрҙе оҙаҡ ҡына туғыйбыҙ. Ошо массаға өй температураһындағы кефир, аҡ май, ҡамыр йомшартҡыс, он, ванилин ҡушып ҡамыр туғыйбыҙ. Теләгегеҙ булһа, йөҙөм йәки сәтләүек ҡушып ебәрәргә мөмкин. Мейесте 200 градусҡа тиклем йылытып, үҙегеҙгә оҡшаған формаларға һалып, ярты сәғәт бешерәбеҙ.

Сәйегеҙ тәмле булһын!

Фото: cookpad.com
Автор: Рисаля Юмагулова
Читайте нас: