Даирә
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Ноябрь 2020, 17:45

Өйҙә әҙерләнгән “Рафаэлло”

Өй шарттарында “Рафаэлло” әҙерләп ҡарағанығыҙ бармы? Бик тәмле, магазин кәштәләрендәге ҡиммәтле кәнфиттән һис тә ҡалышмаған, табындың йәме булырлыҡ тәмлекәс килеп сыға. Әҙерләүе лә һис тә ҡатмарлы түгел.

Бер ҡап кукуруз таяҡсаһы (100 грамм самаһы), бер банка ҡуйыртылған һөт, фундук йәки баҙам сәтләүеге, кокос онтағы кәрәк буласаҡ.
Кукуруз таяҡсаларын яҡшы итеп иҙәбеҙ (блендер ҡулланырға мөмкин) һәм ҡуйыртылған һөт ҡушып болғайбыҙ. Масса ҡуйы, әүәләй алырлыҡ булырға тейеш. Эсенә сәтләүек һалып, ошо массанан түңәрәк кенә шарҙар әүәләйбеҙ һәм кокос онтағына манып алабыҙ.
Бер сәғәт һыуытҡыста тотоп алһағыҙ, тәмлекәс әҙер! Ялығыҙ йәмле, ризыҡтарығыҙ тәмле, бәрәкәтле булһын!
Фото: vk.com
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
Читайте нас: