Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Ноябрь 2020, 11:57

Йәнһеҙ кәүҙә янында – биш көн...

Ҡатынының башына еткән әҙәм аҡтығы мәйет эргәһендә аҙнаға яҡын эске ойошторған.

Дүртөйлөнән ҡот осҡос хәбәр килде: ҡалалағы фатирҙарҙың береһендә ҡанға туҙған, тарҡала башлаған ҡатын мәйетен тапҡандар. Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә. 42 йәшлек ҡатын 9 ноябрҙә үк бәйләнешкә сығыуҙан туҡтаған. Бер нисә көндән борсолған туғандары ул йәшәгән фатирға барып хәлен белергә ниәтләгән. Әммә улар ҡот осҡос күренешкә юлыҡҡан: бүлмә уртаһында, буш шешәләр эргәһендә ҡанға батҡан кәүҙә ятҡан. Фажиғә урынына килгән полиция хеҙмәткәрҙәре һәм тәфтишселәр тиҙ арала был ауыр енәйәтте башҡарыуҙа шик аҫтына алынған кешене асыҡлаған: һәләк булған ҡатындың бер ҡайҙа ла эшләмәгән 45 йәшлек ире. Уны тиҙ арала ҡулға алғандар. Әйткәндәй, ҡатынының башына еткән иҫерек әҙәм аҡтығы бер ҡайҙа ла ҡасырға уйламаған, биш көн буйы мәйет эргәһендә эсеүен дауам иткән, ҡулға алған саҡта ла сираттағы шешә артынан магазинға юлланған булған. Асыҡланыуынса, 10 ноябргә ҡараған төндә ирле-ҡатынлы был икәү кәйеф-сафа ҡорған. Бер мәл улар араһында бәхәс сыҡҡан, һәм ир ҡатынына ташланған. Меҫкен урында уҡ йән биргән. Ә ир аҡтығы, “Ашығыс ярҙам” һәм полиция саҡыртыу урынына, эсеүен артабан дауам иткән, һөҙөмтәлә бер аҙнаға яҡын ваҡытын йәнһеҙ кәүҙә янында үткәргән. Әлеге ваҡытта енәйәт эше асылған. Ҡатындың кәүҙәһен экспертизаға оҙатҡандар. Фото: “Комсомольская правда”. Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: