Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Ноябрь 2020, 11:53

Нөктә ҡуйырға иртә

Дүрт йылға хөкөм ителгән Павел Яромчукты өйөнә ҡайтарғандар. Әммә тәүтикшереүсе ҡыҙҙы мыҫҡыллауға бәйле эш...

Ағымдағы йылдың июнендә Башҡортостандың Юғары суды Суд коллегияһы тәүтикшереүсе ҡыҙҙы көсләү буйынса йәмәғәтселектә киң билдәле булған енәйәт эшендәге өс полиция хеҙмәткәренә аҡлау ҡарары сығарыуы хаҡында хәбәр иткәйнек. 2018 йылда ҡыҙҙы көсләүҙә ғәйепләнгән Ҡырмыҫҡалы районы буйынса эске эштәр бүлегенең элекке начальнигы Салауат Ғәлиевте һәм Өфө районы буйынса эске эштәр бүлегенең элекке начальнигы Эдуард Матвеевты тулыһынса аҡланылар. Ә Өфө районы буйынса эске эштәр бүлегенең миграция мәсьәләләре буйынса бүлек начальнигы Павел Яромчук тәүҙә алты йылға хөкөм ителгән булһа, июндәге судта был ваҡытты дүрт йылға тиклем ҡыҫҡарттылар. Йәмғиәттә был яңылыҡ күптәрҙе шаҡ ҡатырғайны. Унан Павел Яромчукты Түбәнге Тагил ҡалаһындағы колониянан ҡабат Өфөгә, СИЗО-ға күсерҙеләр. Әле иһә дүрт йылға хөкөм ителгән Павел Яромчуктың тәфтиш изоляторынан өйгә оҙатылыуы, уның өс айҙы йортонда һаҡ аҫтында үткәрәсәге билдәле булды. Яромчукты өйгә ҡайтарыу 10 ноябрҙә Һамар ҡалаһында үткән Алтынсы кассация суды ҡарарына бәйле. Мәғлүм булыуынса, унда Башҡортостандың Юғары суды ҡарары ҡайтанан ҡаралды (үрҙә әйтелгәнсә, уға ярашлы енәйәт эшенең ике фигуранты Салауат Ғәлиев һәм Эдуард Матвеев аҡланғайны, ә Яромчук дүрт йылға хөкөм ителгәйне) һәм ғәмәлдән сығарылды. Элекке өс полиция хеҙмәткәре артабан буласаҡ судтарҙы өйҙәрендә көтәсәк. Башҡортостан Юғары суды был эште икенсе составта ҡайтанан ҡараясаҡ. Фото: ic.pics.livejournal.com Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: