Даирә
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Ноябрь 2020, 09:35

Картуф һәр саҡ танһыҡ

Уны ит менән ошолай бешереп ҡарағанығыҙ бармы? Рецебын тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, ял көнөгөҙ йәмле булһын, дуҫтар!

Бер килограмм картуф, бер баш һуған, 400 грамм тауыҡ түше, 200 грамм сыр, тоҙ, борос, өс аш ҡалағы көнбағыш майы алабыҙ. Тауыҡтың түш итен өлөштәргә бүлеп, һәр береһен сүкеш ярҙамында ике яҡлап һуҡҡылайбыҙ ҙа борос һибәбеҙ, майонез һылайбыҙ. Тоҙламайбыҙ. Майонез һәйбәтләп һеңергә тейеш. Шунан һуғанды, картуфты таҙартып, пластина формаһында турайбыҙ. Артабан табаны әҙерләйбеҙ. Уға май һалып йылытып, туралған картуфтың яртыһын һалабыҙ, тоҙ һибәбеҙ. Өҫтөнә ит өлөштәрен теҙәбеҙ ҙә ҡалған картуфты өҫтәйбеҙ, һуғанды йәйеп һалабыҙ. Шунан сыр ҡырабыҙ. Иң аҙаҡтан майонез һылайбыҙ. Мейесте 230 градусҡа тиклем йылытып, бер сәғәт бешерәбеҙ. Ашығыҙ тәмле булһын! Фото: povar.ru Автор: Рисаля Юмагулова
Читайте нас: