Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Ноябрь 2020, 12:30

Өҫтәлгә йәм өҫтәп

Эремсектән тәмле ризыҡ рецебы тәҡдим итәбеҙ. Табындарығыҙ мул, эштәрегеҙ уң булһын, дуҫтар!

Ҡамыр өсөн: 200 грамм аҡ май , 100 грамм шәкәр , өс йомортҡа, ярты килограмм он, йомшартҡыс. Эслеккә 200 грамм эремсек, өс аш ҡалағы шәкәр, бер ҡап ваниль шәкәре, бер йомортҡа, 50 грамм ҡаймаҡ, ике аш ҡалағы крахмал кәрәк.

Башта кәстрүлгә йомшарған аҡ май, шәкәр, йомортҡа, он, йомшартҡыс һалып ҡамыр баҫабыҙ ҙа 20 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Шунан эслек әҙерләй башлайбыҙ. Эремсеккә шәкәр, бер йомортҡа, бер ҡап ваниль шәкәре, ҡаймаҡ, крахмал һалып бутайбыҙ.

Артабан ҡамырҙы йәйеп, стакан менән киҫеп, эслек һалып, ситтәрен йәбештерәбеҙ. Шунан формаға әҙер ризыҡты теҙәбеҙ. Мейесте 220 градусҡа тиклем йылытып, 15-20 минут тирәһе бешерәбеҙ.

Сәйегеҙ тәмле булһын!

Фото: ru.toppovar.pro
Читайте нас: