Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Ноябрь 2020, 11:18

Нефтекамала - ҡанлы фажиғә

Ағаһын үлтереп, уның кәүҙәһен тураҡларға торғанда, өйгә атаһы килеп инә...

Нефтекамала – ҡанлы фажиғә: 32 йәшлек әҙәм аҡтығы, ағаһының ғүмерен өҙөүе генә етмәгән, уның кәүҙәһен тураҡлап, енәйәт эҙен йәшерергә уйлаған.
Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы республика буйынса Тәфтиш комитетына һылтанып хәбәр итә.
Ҡурҡыныс ваҡиға ҡаланың Юл урамындағы фатирҙарҙың береһендә 10 ноябрҙә булған.
Асыҡланыуынса, ағалы-ҡустылы икәү араһында бәхәс сыҡҡан, уның барышында 32 йәшлек ир икенсеһенә бысаҡ менән сәнскән. Ағаһы йән биргәнде күргәс, енәйәт эҙен йәшерергә теләп, мәйетте тураҡларға һәм өлөшләтә сығарып ташларға ниәтләгән. Әммә ошо мәлдә фатирға атаһы килеп ингән.
Енәйәтсе ярай әле атаһына ташланмаған. Вәхши тиҙ арала фатирҙан сығып ҡасҡан. Әммә полиция хеҙмәткәрҙәре уны тиҙ арала тотоуға өлгәшкән.
Әле енәйәтсе һаҡ аҫтында, тикшереү эштәре бара.
Фото: ИА «Башинформ
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: