Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Ноябрь 2020, 07:03

Йорт янында - йәнһеҙ кәүҙә...

91 йәшлек бабай үҙе йығылып төшкәнме, әллә уға “ярҙам” иткәндәрме?..

Баш ҡалалағы бейек йорттарҙың береһе эргәһендә оло йәштәге ирҙең йәнһеҙ кәүҙәһен тапҡандар. “Комсомольская правда” порталы хәбәр итеүенсә, хәл Р. Зорге урамында булған. Тикшергәс, ирҙең бейектән йығылып төшөп һәләк булғаны асыҡланған. Полиция хеҙмәткәрҙәре ирҙең кемлеген асыҡлаған: ул ошо йортта йәшәгән 91 йәшлек бабай булып сыҡҡан. Әлегә ваҡиғаның үҙенсәлектәре асыҡлана. Бабай үҙе йығылып төшкәнме, әллә уға “ярҙам” иткәндәрме – һорауҙар күп. Ваҡиға урынында ике кеҫә телефоны һәм блокнот тапҡандар. Тәфтишселәр, тәүге ҡарамаҡҡа, криминал эҙ юҡ, тип белдерә. Фото: “Комсомольская правда”. Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в