Даирә
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Ноябрь 2020, 13:35

Армияла йәнә атыш...

Илдең Көнбайыш хәрби округында – ғәҙәттән тыш хәл. Армияла хеҙмәт үткән һалдат атыш ойошторған. Ваҡиға 9 ноябрҙә таңғы сәғәт биштә була.

Воронеж өлкәһенең хәрби частәренең береһендә тәүлек наряды алып барған бер һалдат тикшереү өсөн килгән вәкәләтле кешеләргә һөжүм итә һәм офицерҙың ҡоралын тартып ала. Һөжүм һөҙөмтәһендә ул өс кешене атып үлтерә, бер кешене йәрәхәтләй. Бынан һуң ул ҡорал менән ҡаса.
Һалдатҡа ҡарата шунда уҡ ике енәйәт эше ҡуҙғаталар – ике һәм унан күберәк кешене үлтереү һәм ҡорал урлау статьялары буйынса.
Аҙаҡ асыҡланыуынса, ул 20 йәшлек Антон Макаров булып сыға. Егет нарядты тикшерергә килгән майон менән һүҙгә килешеп, һуғыша башлайҙар. Һөҙөмтәлә уның табель ҡоралын – Макаров пистолетын тартып ала һәм уға ата. Антон яраланған майор янына ярҙам итергә килгән водителгә лә ата. Һуңғараҡ тағы бер һалдатҡа ҡаршы ут аса һәм частән ҡаса.
Воронежда шунда уҡ “Перехват” планы иғлан ителә. Дүшәмбе кис һалдат ҡулға алына. Ул хәрби Балтимор аэропортынан 50 километр алыҫлыҡта ҡулға алына. Был арала ул машина урлап, Орел өлкәһенә табан юлланған була. Асыҡланыуынса, бында уның олатаһы менән өләсәһе йәшәгән.
Ҡайһы бер сығанаҡтар хәбәр итеүенсә,ғАнтон Макаров полицейскийға уҡыған. Ул Воронеж ҡалаһының Эске эштәр министрлығы институты студенты булған. Тик уҡыуын тамамламай, ике йылдан һуң армияға киткән була.
Офицер-педагогтарҙа уның тураһында насар хәтирәләр ҡалған. Антон ҡыҙыу холоҡло, агрессив булған, тәртипте үтәмәгән. Курсташтары ла иптәше тураһында яҡшы нәмә һөйләмәй. Ул үҙен сәйер тотҡан, тик торған ерҙән ҡысҡырып ебәргән саҡтары ла булған.
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас: