Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Ноябрь 2020, 12:20

"Ҡалаҡты ашҡа ҡушып йотһаң да була!"

Йыш ҡына япондар үҙ тауары менән иҫте китәрһә, был юлы, киреһенсә, Башҡортостанда етештерелгән үҙенсәлекле ҡалаҡтар уларҙы аптырашта ҡалдырған. Киләсәктә уларҙы күпләп һатып ала башлауҙары ла ихтимал икән.

Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр дәүләт комитеты Рәсәй менән сауҙа итеү буйынса япон ассоциацияһына башҡорт тауарын презентациялаған. Сит ил белгестәренә башҡорт балын, кальцийлы соданы, оҫталар шоколадын, ашарға яраҡлы ҡалаҡтарҙы һәм утта янмай торған полипропелен торбаларҙы тәҡдим иткәндәр.

Япондарҙы сөсө ҡамырҙан яһалған ашарға яраҡлы ҡалаҡтар барыһынан да нығыраҡ ҡыҙыҡһындырған. Глютенһыҙ, шәкәр, мал майы, буяғыстар ҡушылмаған ҡалаҡтарҙы ашҡа ҡушып ашап та була, сувенир урынына бүләккә лә йәтеш.
"Япондарға Башҡортостанда етештерелгән был үҙенсәлекле ҡалаҡтар бик оҡшар тип уйлайым, сөнки беҙҙә экоаҙыҡтар һәм вегетарианлыҡ бик популяр", - тип белдергән Рәсәй Иҡтисад буйынса ғилми-етештереү институты, сауҙа буйынса Япон ассоциацияһы директоры урынбаҫары Токафуми Накаи.
Фото интернеттан.
Автор: Миләүшә Сайтакова.
Читайте нас: