Даирә
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Ноябрь 2020, 18:15

Осраҡлы танышлыҡ арҡаһында телефонһыҙ ҡалған

Хәҙер урамда ҡыҙҙар менән танышыу ҙа ҡурҡыныс...

Өфөлә йәшәгән 35 йәшлек ир ҡаланың Баргузин урамында осраҡлы рәүештә бер ҡыҙ менән таныша. Һылыуҡай үҙен “Алина” тип таныштыра. Бер аҙ аралашҡандан һуң ҡыҙ ирҙән шылтыратыу өсөн телефонын һорай. Тегеһе уйлап та тормай “Alcatel” маркалы телефонын ҡыҙға тоттора. Һөҙөмтәлә яңы танышы күҙ асып йомған арала тигәндәй телефон менән бергә юҡҡа сыға. Әлбиттә, ир был хәлгә йәне көйә һәм, бер аҙ уйлағандан һуң, икенсе көнөнә полицияға ғариза менән бара. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре уның был ваҡытта һуҡмыш булыуын билдәләй. Фото: poembook.ru Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: