Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Ноябрь 2020, 21:20

Ул ауырлы булған...

Кисә иртә менән баш ҡалала авария осрағы теркәлә. ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 26 йәшлек “ГАЗель” водителе көйләнмәгән йәйәүлеләр үткәүеле буйлап юлды аша сығып барған ике кешене тапата.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 31 йәшлек ҡатын һәм уның биш йәшлек улы ауыр йәрәхәтләнә. Уларҙы тиҙ арала “Ашығыс ярҙам” машинаһында дауаханаға илтәләр.
Билдәле булыуынса, ҡатын улын балалар баҡсаһына алып китеп барған. Улар юлды үтергә булғас, бер машина туҡтап юл бирә, ә “ГАЗель” водителе хәрәкәтте дауам итә һәм уларҙы төкөтә.
Әйтеүҙәренсә, ҡатындың һигеҙ айлыҡ ауыры булған. Социаль селтәрҙәрҙә яҙыуҙарынса, ҡатындың тыумаған сабыйы һәләк булған. Ә биш йәшлек малай ауыр хәлдә.
Был осраҡ буйынса тикшереү эше башланған. Ҡатынға һәм уның улына һаулыҡ теләйбеҙ.
Фото: ЮХХДИ.
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас: