Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Ноябрь 2020, 22:50

Наиләме, юҡмы?..

Стәрлетамаҡта икенсе бер эш буйынса ҡулға алынған ир таныш ҡатынды ла үлтереүҙә ғәйебен таныған.

"КП-Уфа" баҫмаһы яҙыуынса, был енәйәтте ҡылғас, ул бисараның кәүҙәһен Миәкә районындағы бер ауыл янындағы урманға алып барып ташлап, япраҡ-ботаҡ менән күмеп китә. Мәйетте ҡыр хайуандары табып алып тәләфләй. Быға ошонда йәшәгән кешеләр тап була.
Һәләк булған ҡатын октябрь башында Стәрлетамаҡ ҡалаһында өйөнән сығып китеп юғалған 43 йәшлек Наилә С. булырға мөмкин. "Отклик" эҙләү-ҡотҡарыу отряды ирекмәндәре уны бер ай тирәһе эҙләй ине. Бахыр ҡатындың 18 йәшлек ҡыҙы ҡалған.
Фото: ru.best-wallpaper.net
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова.
Читайте нас: