Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Ноябрь 2020, 05:26

Күп балалы ғаиләгә бәлә килде...

"Яңы йортҡа күсенеп, йыл ярым ғына йәшәп өлгөрҙөк..."

Шарандан күп балалы ғаилә бәләгә тарыған – электр үткәргес төҙөк булмау сәбәпле янғын сығып, күҙ асып йомғансы өйҙәре көл-күмергә әйләнгән... Шулай итеп, һалҡын ҡыш алдынан 14, ете һәм ике йәшлек балалары булған ғаилә йортһоҙ ғына түгел, бер ниһеҙ, мал-мөлкәтһеҙ тороп ҡалған. Ярай әле, бәхеткә, үҙҙәре зыян күрмәгән. Янғын сыҡҡан саҡта балалар өйҙә булмаған, ә әсәй кеше - Шаран мәктәбе уҡытыусыһы Һылыу Сәйфетдинова - ҡағыҙ эштәре менән сыҡҡан, өйҙәгеләрҙең документтары һалынған папканы ла үҙе менән алған. Шунлыҡтан, исмаһам, документтары янмай ҡалған. Йорттары ауылдан ситтәрәк урынлашҡанға күрә, ут сыҡҡанын халыҡ һуң ғына күреп ҡалған. Янғын һүндереүселәрҙе саҡырып, хужабикәгә шылтыратҡандар. Ҡотҡарыусылар килгәндә, ҡыйыҡ дөрләп янған була. Ярҙам итә алмайҙар. "Тиҫтә йылға яҡын тапҡан-таянғаныбыҙҙы йыйып төҙөгән йортта оҙаҡ йәшәү насип булманы. Бында күсенеп, йыл ярым ғына тороп өлгөрҙөк", - тип әсенә хужалар. Әле ҡаза күргәндәрҙе атай-әсәйҙәре һыйындырған. Бер нәмәһеҙ урамда ҡалған күп балалы ғаиләгә ярҙам итергә теләүселәр булһа, 4276806052532453 (алыусыһы - Һылыу Баяновна) иҫәбенә аҡса күсерә ала, тип яҙа “КП-Өфө” порталы, был ғаиләнең бәләһе тураһында хәбәр итеп. Фото: "Бәйләнештә". Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: