Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Октябрь 2020, 12:57

Кисерерһеңме мине, апай?

Пакеттың эсе тулы сабыйының фотолары булып сыҡты. Бына – баланың бәләкәй генә ҡәбере. Асыҡланыуынса, апайым аҡса тапмаған, сабый бер аҙна элек баҡыйлыҡҡа күскән...

Ғаиләбеҙҙә ҡот осҡос ваҡиға булды. Унан һуң бер йыл ваҡыт үтһә лә, һаман тыныслана алмайым, тормошобоҙҙоң йәме бөттө кеүек. Бәлки, был осраҡта мин ғәйепле түгелдер? Һеҙҙең фекерегеҙҙе ишетке килә. Беҙ ғаиләлә ике бала үҫтек: Гөлсирә апайым һәм мин. Йәш арабыҙ - биш йыл. Мине, ҡыҙҙан һуң тыуған малайҙы, атайым менән әсәйем ныҡ көтөп алған. Ә апайым бала ҡараусыға әйләнгән дә ҡуйған. Миңә бар нәмәне рөхсәт итһәләр ҙә, апайым өсөн сикләүҙәр күп ине. Ниндәй әйбер алһалар ҙа, иң тәүҙә миңә бирәләр: кейемме ул, тәм-томмо, матур уйынсыҡмы. Эш боҙһам, мине түгел, апайымды әрләнеләр. Бөтә нәмә өсөн дә ул ғәйепле була торғайны. Быны тиҙ аңлап алдым һәм ошонан файҙалана инем. Шуға күрә иркә, тәкәббер булып үҫеп еттем. Хәҙер миңә 30 йәш. Бала саҡ ҡылыҡтарымдың дөрөҫ булмағанын аңлайым. Ошо сәбәпле, үҫкәс тә апайым менән арабыҙ бер ҡасан да йылы булманы. Ул 18 йәше тулыу менән ситкә уҡырға китте. Беҙҙән алыҫҡа китеп, үҙаллы йәшәү өсөн осраҡлы кешегә кейәүгә сыҡты. Апайымдың никахы бәхетле булманы. Еҙнәй эсте, үҙе ялҡау ине. Апайымды туҡмап та ала, тинеләр. Тик мин йәшлегем, үҙ мәшәҡәттәрем менән быға иғтибар итмәнем, яҡламаным. Атайым менән әсәйем был донъянан иртә китте: бер-бер артлы сирләп вафат булдылар. Берҙән-бер яҡын кешем - апайым ғына ҡалды. Тик бәләкәйҙән арала йылылыҡ булмағас... 25 йәштә өйләндем, бер йылдан ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Атай йорто мираҫ буйынса миңә ҡалғайны, уны һаттыҡ та иҫәпкә һалдыҡ. Ипотекаһыҙ ғына фатир алырға йыйына инек, шуға аҡса тупланыҡ. Йорт миңә ҡалғас, апайыма бүлеп биреү уйыма ла инеп сыҡманы. Ул үҙе лә һораманы. Бер ҡалала торһаҡ та, аралашмай йәшәй бирҙек. Шуға күрә бер көн апайым килеп ингәс, аптырап киттем. Ул ябығып, бәләкәсәйеп ҡалған, арыуы йөҙөнә сыҡҡан ине. Кейәүгә сыҡҡас, оҙаҡ йылдар балалары булманы. Унан дауаландымы, нисектер, өс йыл элек ул тапҡайны. Бала тыуғас, еҙнә кешенең уны ташлап киткәнен ишетеп кенә белә инем. Апайым, уратып-суратып тормай, тураһын әйтте. Баҡһаң, балаһы үлемесле сирләй икән. Ярты йыл элек унда яман шеш тапҡандар. Ошоға тиклем дауаланыуҙар файҙа бирмәгән. Өфө һәм тотош ил дауаханаларында баш тартып, өмөт юҡ, тип ҡайтарғандар. Апайым улын һауыҡтырыу өсөн Израиль табиптарына мөрәжәғәт иткән, унда барып дауаланыу өсөн бәләкәй генә бүлмәһен һатҡан. Унда бер ай булғандан һуң аҡсалары бөткән, һәм әле кире әйләнеп ҡайтҡандар. "Улым дауаһыҙ үләсәк. Беҙгә кире Израилгә барырға, операция яһатырға кәрәк. Еҙнәңдән файҙа юҡ, ауылда әсәһендә эсеп ята", – тип дауам итте һүҙен апайым. Уның тел төбөн шунда уҡ аңланыҡ, кәләшем менән бер-беребеҙгә ҡарашып ҡуйҙыҡ. "Ошо хәл булмаһа, һинән бер тин дә һорамаҫ та инем. Атай йортонан өлөш сығармағайның... Һеҙҙең фатир алырға йыйынғанығыҙҙы беләм. Йәшһегеҙ, өлгөрөрһөгөҙ әле. Аҙаҡ бурысты ҡайтарасаҡмын. Зинһар өсөн, ярҙам ит..." – тип ялбарҙы апайым. Уға тап беҙ йыйған самаһы аҡса кәрәк булып сыҡты. Кәләшем шунда уҡ ҡырт киҫте. Мине икенсе бүлмәгә саҡырып шыбырланы: "Ул бала барыбер үләсәк. Йәшәр булһа, бында ла ярҙам итерҙәр ине. Аҡсаны мин дә алһыҙ-ялһыҙ эшләп йыйыштым. Бирмәйбеҙ. Кеше тупһаһында йәшәп арыным". Таныуы оят булһа ла, ҡатыным менән риза инем. Ысынлап та, балаһына дауа әллә килешә, әллә юҡ, ә беҙ фатирһыҙ тороп ҡаласаҡбыҙ. Үҙебеҙҙең дә бала үҫә. Уға ла уңайлы шарттарҙа йәшәргә кәрәк. Етмәһә, ҡатыным икенсе бала тураһында һүҙ йөрөтә башланы. Баш ҡалала фатир алыу уйын эш түгел. Апайым иланы, ялбарҙы, тик беҙ баш тарттыҡ. Шул ваҡыттан һуң бер ай самаһы үткәс, апайым тағы килде. Ул бөткән дә ҡуйған ине. Бер ҡара пакет тотторҙо ла бер нәмә лә өндәшмәй сығып китте. Пакеттың эсе тулы сабыйының фотолары булып сыҡты. Бына – бәләкәй генә ҡәбере. Асыҡланыуынса, апайым аҡса тапмаған, сабый бер аҙна элек баҡыйлыҡҡа күскән... Миңә бик ауыр булды. Шулай ҙа ҡарарым дөрөҫ булғандыр тип уйлайым, аҡса бирһәк тә, бала барыбер үлер ине. Ә беҙ бер нәмәһеҙ ҡалыр инек. Күңел болоҡһоп йөрөгәндә, өс көндән ҡот осҡос хәбәр ишетелде: апайым үҙенә ҡул һалған... Бер йыл ваҡыт үтте. Күптән түгел фатир алдыҡ. Тик бынан бер шатлыҡ та юҡ. Ҡатыным менән дә арабыҙ боҙола башлаған кеүек. Бәлки теге ваҡыт ул ҡырҡа ҡаршы төшмәһә, аҡса бирһәк, бала һауығыр, апайым бөгөн иҫән булыр ине... Һорауҙар бик күп. Яуаптарым ғына юҡ. Ҡайһы саҡта үҙемде аҡлайым да кеүек: балаһы сирләүендә, апайымдың үҙенә ҡул һалыуында минең ғәйеп юҡ бит. Был аҙымға ул үҙе барған. Тик икенсе яҡтан... Тыныслыҡ юҡ күңелдә. Апайым мине кисерҙеме икән? Әллә рәнйеп киттеме был донъянан? Артабан нисек йәшәргә?.. (Өфөлә йәшәгән ирҙең һөйләгәндәренән). Фото: "Бәйләнештә". Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: