Даирә
-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Октябрь 2020, 15:25

Сабый ҙа, ата-әсәһе лә үтә йәл...

Аяныс хәл Сибай ҡалаһында булған.

"КП-Өфө" баҫмаһы белдереүенсә, Сибай ҡалаһындағы күп ҡатлы йорттарҙың бер фатирында фажиғә теркәлгән.
Дүрт айлыҡ сабыйҙарын йоҡлатып, бер нисә минутҡа ғына яңғыҙ ҡалдырған ата-әсә улдары янына кире килгәс, уның тын алмағанына шаһит булған. Бала карауатта ятҡан, битенә тумбочка өҫтөндәге целлофан ҡапсыҡ төшкән һәм тын алыу юлын ҡаплаған. Күрәһең, сабый тонсоҡтан.
Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ваҡиға урынынан целлофан пакетты алған, баланың кәүҙәһе суд-медицина экспертизаһына оҙатылған.
Ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, түҙемлек, сабырлыҡ теләйбеҙ. Бер кемгә лә бала ҡайғылары күрһәтмәһен, ғәзиздәрегеҙ иҫән-һау булһын.
Фото: ИА «Башинформ»
Автор: Карима Усманова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: