Тап шундайҙарҙың береһе – эхинацея нигеҙендә әҙерләнгән сәй. Белгестәр белдереүенсә, бындай сәй иммун системаһын нығытып ҡына ҡалмай, ямаш шеш күҙәнәктәренең үҫешен дә кәметә икән.
Был үләндең тыуған иле Төньяҡ Америка икән. Уны, нигеҙҙә, төрлө экстракттарға, төнәтмәләргә һәм дарыу төймәләренә ҡушалар. Ғалимдар иҫбатлауынса, эхинацея үҫемлеге вируслы һәм инфекция сирҙәренә ҡаршы көрәштә ярҙам итә. Уны йыш ҡына киҙеү тейеү кеүек ауырыуҙарҙан дауаланыу өсөн файҙаланалар.
Бынан тыш, үҫемлек составында хикор кислотаһы бар. Ул иһә ашҡаҙан аҫты биҙендәге һәм эсәктәрҙәге яман шеш күҙәнәктәрен юҡ итергә ярҙам итә, тиҙәр. Белгестәр фекеренсә, эхинацеянан әҙерләнгән сәй ҡандағы шәкәрҙе кәметергә булышлыҡ итә һәм шуға ул II тибындағы шәкәр диабеты менән сирләгән кешеләргә кәңәш ителә.