Йәйҙән алып тәүге ҡар яуғансы үҙенең сағыу матурлығы менән баҡсасыларҙы ҡыуандырған ҡәнәфер сәскәһен күптәр көҙ көнө лә сәсеп ҡалдыра. Көҙ сәскән ҡәнәферҙәр ауырыуҙарға бирешмәй, нығыраҡ була, иртә сәскә ата. Кемдер көҙ сәсеүҙе хупламаһа, ҡәнәферҙе иртә яҙ менән ултыртыу өсөн түтәлдәрҙе хәҙер әҙерләп ҡалдырыу яҡшы. Түтәлдәрҙе 20 см бейеклектә эшләһәгеҙ, ер тиҙерәк йылыныр. Ҡарҙы тиҙерәк иретер өсөн апрель айында көл һибеп сығырға мөмкин. Уңған баҡсасылар, ә һеҙ ҡәнәфер сәскәләрен ҡасан сәсәһегеҙ? Үҙегеҙҙең тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине. Фото:horosho-zhivem.ru Автор: Карима Усманова https://bash.rbsmi.ru/articles/ba-sa/n-fer-s-sk-en-k--n-d-s-s-l-r-508578/