Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Октябрь 2020, 17:11

Кем һин, батыр егет?

Татарстан урмансылары Башҡортостан егетен эҙләйҙәр.

М7 автомобиль трассаһында 9 октябрь көнө күрше республика урмансылары эштән ҡайтып барғанда, ҡот осҡос юл-транспорт фажиғәһенә тарый. Уйламағанда улар ултырған "буханка"ның алғы тәгәрмәсе шартлай һәм йөк машинаһы юлдан ситкә оса, аҙаҡ түңкәрелә. Машина салонында ултырған урман хеҙмәткәрҙәренең барыһы ла ауыр тән йәрәхәттәре ала. Водителдең муйыны һәм ҡулы һынған, бер пассажир әле лә комала. Хәлдәр тағы ла ҡатмарлыраҡ булыр ине, әгәр ҙә юлдағы шаһиттар ярҙамға ташланмаһа. Тәүгеләрҙән булып машинаһын туҡтатып, бер егет ярҙамға килгән. Ул үҙенең табип икәнлеген белдергән, бик тиҙ арала юғары кимәлдә тәүге медицина ярҙамы күрһәткән, аҙаҡ "Ашығыс ярҙам" машинаһын саҡыртҡан. "Һин ҡайҙан?", - тип һораусыларҙың береһенә ҡулын ғына һелтәп, "Башҡортостандан!"-тип яуап ҡайтарған. "Барыһы ла шок хәлендә ине. Шуға күрә исемен дә һорамағанбыҙ. Тышҡы ҡиәфәтенә лә, машина маркаһына ла иғтибар итмәгәнбеҙ. Беҙ был ҡотҡарыусыбыҙ менән тағы бер тапҡыр осрашырға теләйбеҙ. Беренсенән, рәхмәт әйтергә, икенсенән, уның автомобилендәге видеорегистраторынан яҙмалар һорарға," - ти зыян күреүселәрҙең береһе Иван. Әгәр ҙә Татарстан урмансыларына ярҙам күрһәткән Башҡортостан егете тураһында белһәгеҙ йәки таныш булһағыҙ Иван 8(939)385-46-19 ошо телефон номеры буйынса бәйләнешкә инергә саҡыра. Ярҙам күрһәтеүсенең әлегә исем-шәрифе билдәле булмаһа ла, уның ҡыйыу аҙымына "Афарин" тип кенә әйтәбеҙ, уның тап Башҡортостандан булыуы менән ғорурланабыҙ. Фото: ufa.kp.ru Автор: Карима Усманова https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Kem-in-batir-eget-510143/
Читайте нас: