Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Октябрь 2020, 09:56

Бәғерһеҙ булмағыҙ, кешеләр!

Бахыр йән эйәһе һалҡында яңғыҙ, ас көйө күпме ултырғандыр, әйтеүе ҡыйын.

Билдәһеҙ әҙәмдәр кеше йөрөмәгән ерҙә эттәрен, иҫке ташландыҡ креслоға бәйләп, ғазаплы үлемгә дусар иткән. Осраҡлы хәл йән эйәһен үлемдән ҡотҡарған. Стәрлетамаҡта йәшәгән Денис тигән егет ҡаланан алыҫ булмаған ерҙә машинала йөрөгәндә көтөлмәгән “табыш”ҡа юлыға. Ҡыуаҡлыҡтан алыҫ булмаған ерҙә кемдер ташлап ҡалдырған иҫке креслоға муйынсағынан ҡайыш менән бәйләнгән бәләкәй генә этте күреп хайран ҡала. Бахыр йән эйәһе һалҡында яңғыҙ, ас көйө күпме ултырғандыр, әйтеүе ҡыйын. “Эттең хужаһының Косяковка ауылы аръяғындағы яланда хайуанды бәйләп ҡалдырып китеп, үлемгә дусар итеүенә аптыраным. Бахырҡайҙы тотҡондан ҡотҡарҙым. Кешеләр, бәғерһеҙ булмағыҙ!” - тип яҙа Денис социаль селтәрҙә. Х. Денис фотоһы. Автор: Дина Арсланова https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/B-er-e-bulma-i--keshel-r-502718/
Читайте нас: