Мәғлүм булыуынса, Рәсәй банкы ҡиммәтле булмаған металдан 25 һәм 10 һумлыҡ иҫтәлекле тәңкәләрҙе әйләнешкә сығарған. Ошо хаҡта банктың матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Яңы тәңкәләр коронавирусҡа ҡаршы көрәшкән табиптарға һәм транспорт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә бағышланған. Тәңкәләрҙең барыһы ла әйләнештә ҡулаҡса менән иҫәпләшеү сараһы булып тора. Коронавирус менән көрәшкән табиптар хөрмәтенә баҫылған 25 һумлыҡ тәңкәнең тиражы – биш миллион, ә транспорт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә арналған 10 һумлыҡ аҡсаның тиражы бер миллион дана тәшкил итә. Халыҡ был яңылыҡты ыңғай ҡабул итте тип әйтергә мөмкин. Социаль селтәрҙә “Маршрут транспортында түләүгә еңел буласаҡ”, "Миндә ундай аҡсалар бар” тигән фекерҙәр күренә башланы ла инде. Фото: социаль селтәрҙән. Автор: Рәмилә Мусина https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/Ya-i-t-k-l-r-k-r-ge--aptirama-i-496624/