Даирә
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Октябрь 2020, 12:08

Виртуоз баянсы Айнур Фәтихов арабыҙҙан китте...

Уға бары 37 йәш ине

Артистың хеҙмәттәштәре белдереүенсә, Республика көнө алдынан Айнур Фәтихов Ришат Төхвәтуллин менән сығыш яһаған булған. “Ул 10 октябрҙә сығыш яһаны, шаярып, көлөп йөрөнө. Ауырығанға һис оҡшамаған ине”, — тип белдерә Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Рушана Бабич. Айнур Фәтихов 1983 йылдың 22 февралендә Өфөлә виртуоз баянсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Хәлит Фәтиховтың ғаиләһендә тыуған. 2001 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты ҡарамағындағы урта махсус музыка мәктәбен тамамлай. Баян класы буйынса белем ала. 1997 йылда Айнур Швейцарияла «Донъя кубогы» халыҡ-ара баянсылар конкурсында VII урынды яулай, шулай уҡ уҡыған йылдарында төрлө халыҡ-ара конкурс-фестивалдәрҙә еңеп сыға. Һәләтле егет уҡыу йылдарында уҡ танылыу ала, уны билдәле артистар үҙҙәренә эшкә саҡыра. Айнур 2007 йылда альбомын сығара. Бында ул үҙен йырсы булараҡ та күрһәтә. Виртуоз баянсы ҡурайҙа, төрлө гармундарҙа, аккордеонда, тальянда, ҡумыҙҙа уйнаған. Һәләтле егет башҡорт һәм татар мәҙәниәтендә киң танылыу яулаған артист ине. “Башҡортостан” гәзите Айнур Фәтиховтың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. Фото: kulturaufa.ru Автор: Рәмилә Мусина https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Virtuoz-bayansi-Aynur-F-tihov-arabi-an-kitte-497857/
Читайте нас в