Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Октябрь 2020, 13:17

“Уны ғына кәләш итеп алам!”

Ауылда тормош бер ҙә ҡалалағы кеүек түгел, барыһы ла күҙ алдында. Унда әллә нисәмә ҡатлы йорттағы фатирҙың тимер ишеге артына йәшенеп булмай. Кемгә ниндәй ҡунаҡ килгәне, хужалығыңда, баҡсаңда нимә барлығы күҙгә салынып тора.

Хатта ҡайһы берәүҙәр бер-береһенең күпме пенсия йәки эш хаҡы алғаны хаҡында ла яҡшы хәбәрҙар. Ни тиһәң дә, нигеҙҙә, асыҡ, алсаҡ, тырыш һәм егәрле халыҡ йәшәй унда. Гөлгөнә лә тап бына ошондай ауылдар­ҙың береһендә тыуып үҫкән. Өфөгә ул юғары уҡыу йортонда белем алыу өсөн килгән, тиҙ арала ҡала ҡыҙына әйләнгән. Ауыл ҡыҙын ҡаланыҡына әйләндереүе һис ауыр түгел, ә бына киреһен эшләүе ҡыйын, тип тиккә генә әйтмәгәндәрҙер. Шулай итеп, сибәр Гөлгөнә Өфөнө тиҙ үҙ итте... Күп тә үтмәй, ҡыҙҙы үҙе белем алған университеттағы бер факультет студенты Радик оҡшатҡан. Ә уның атаһы ҡалалағы ойошмаларҙың береһендә етәксе вазифаны биләй икән. Гөлгөнәгә тәү күреүҙән ғашиҡ булған егет оҙаҡ уйлап тормаған, ҡыҙға өйләнергә ҡарар иткән һәм уны бер мәл, ата-әсәһе менән таныштырырға тип, үҙҙәренә алып ҡайтҡан. Һис аптырап, уңайһыҙланып тормаған Гөлгөнә: үҙе һәм ғаиләһе хаҡында бик ентекләп һөйләгән. Ә бына Радиктың әсәһе ҡыҙҙың һыйыр һауа, бесән саба һәм, кәрәкһә, утын да яра белгәненә иҫ-аҡылы киткән. Шулай итеп, егетенең ата-әсәһе менән беренсе танышыу ярайһы ғына уңышлы үткән. Һәр хәлдә Гөлгөнә шулай уйлаған. Ә ысынбарлыҡта иһә егеттең ата-әсәһе: “Был ҡыҙ һиңә тиң түгел. Ул аҙаҡ ауылда йәшәр, моғайын. Юҡмы ни шунда берәй Өфө ҡыҙы?!” – тип әйткән. Ә егет үҙ ҡарарынан баш тартмаған, ата-әсәһенә барыбер тап ошо ҡыҙға ғына өйләнәсәге һәм хатта тиҙҙән үҙе менән дачаға алып барасағы хаҡында белдергән. Әммә баҡсаға барғас, ҡыҙ егеттең ата-әсәһен хайран ҡалдырған. Беренсенән, сая Гөлгөнә тиҙ арала күршеләрҙең үҙе ҡунаҡ булып килгән өй тәҙрәһенә тиерлек эйелеп торған алмағас ботағын киҫеп төшөргән. Хужалар үҙҙәре лә, икенсе яҡ та бер һүҙ ҙә әйтеп өлгөрмәгән. Хатта быға тиклем телсән күренгән күрше ҡатын да аптырашта ҡалған һәм өндәшмәгән. “Бының менән һүҙгә килешмәү хәйерлерәк”, – тип уйлағандыр, күрәһең. Шулай итеп, был мәсьәлә Радиктың ата-әсәһе файҙаһына хәл ителгән. Юғиһә атаһы, күршеһе менән һүҙгә килешмәйем тип, ошо алмағас хаҡында өндәшмәй йөрөгән икән. Икенсенән, һуңғы ваҡытта тамсылап торған һыу үткәргесте лә тиҙ арала ипкә килтергән ауыл ҡыҙы. Ул көрәк алған да һыуҙың ҡайҙан ағыуын асыҡлаған һәм Радик менән икәүләшеп йүнәтеп тә ҡуйғандар. Әлбиттә, бына ошондай хәлдәрҙән һуң егеттең ата-әсәһенең ҡыҙға ҡарашы яҡшы яҡҡа үҙгәргән. Өҫтәүенә, баҡсанан ҡайтҡас, ауылдан килтерелгән төрлө үләндәрҙән яһалған хуш еҫле сәй, шифалы бал һәм үҙе бешергән тәмле бәлеш егеттең ата-әсәһенең йөрәген тамам иреткән. Баҡсаға барып ҡайтҡандан һуң, Радиктың ата-әсәһе: “Улым, бик яҡшы ҡыҙ менән танышҡанһың икән. Гөлгөнә менән бер ҡасан да юғалып ҡалмаҫһың. Уны кәләш итеп алғың килә икән, әйҙә, никах уҡытайыҡ, беҙ риза! Тиҙҙән ул тамам Өфө ҡыҙына әйләнер. Шуныһы – холҡо шәп”, – тигән. Ошо хаҡта бәйән итте бер танышым. Ике йыл элек булған был хәл. Хәҙер йәш ғаилә айырым фатирҙа донъя көтә, улдары ла тыуған икән. Бына шунан һуң холоҡ – ул яҙмыш, тип әйтмәй ҡара... Автор: Айһылыу НИЗАМОВА әҙерләне
Читайте нас: