Шулай ҙа, байтаҡ борғоланып ята торғас, ҡыҙсыҡ тәмле йоҡоға талды. Әсәһе бәләкәсен яратып һыйпаны ла, эше менән булышырға тип, бала эргәһенән китергә генә торғанда, ныҡ итеп ишек шаҡынылар. “Әле генә баламды йоҡлаттым. Ниңә шул тиклем ныҡ итеп доңғорҙатаһығыҙ?” – тип килеп сыҡты фатирынан ҡатын. “Ғәфү итегеҙ. Күршегеҙгә хат килтергәйнем, тик ишекте бер кем дә асмай. Ә фатирҙа бәләкәс баланың шыңшып илағаны ишетелә”, – тине егет. “Ундағы бала яңғыҙ түгел, эргәһендә өләсәһе бар. Ә әсәһе эштә”, – тип ҡоро ғына яуапланы Фәниә. “Баланың әсәһенә шылтыратығыҙ, зинһар. Урамда – 30 градус эҫе. Нимә булмаҫ бындай мәлдә”, – тип үтенде егет. “Ярай. Бар, кит инде”, – тине лә ҡатын күрше ишеккә барып тыңланы. Унан, ысынлап та, баланың шыңшып илағаны ишетелә ине. Шаҡыған тауышҡа бер кем дә яуап бирмәне. Подъезды ниндәйҙер шом баҫты... ...Кис иһә күрше ҡатын Фәниәләрҙең ишеген шаҡыны. “Ҙур рәхмәт инде, күршекәйем. Һин бит әсәйемә, балама ғына түгел, миңә лә ғүмер бүләк иттең, – тип теҙеп һөйләп алып китте ул. – Һин шылтыратҡас, оҙаҡламай өйгә ҡайта һалдым. Ә унда әсәйем диванда хәрәкәтһеҙ ята ине. Ҡыҙымдың илауҙан күҙҙәре шешенгәйне, тауышы бөткәйне. “Ашығыс ярҙам” табиптары: “Бер сәғәткә һуңлаһаң, нимә булырын хатта күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Ә хәҙер әсәйегеҙҙең һауығырына өмөт бар”, – тине...” Ә был мәлдә Фәниә тулҡынланыуҙан бер ни ишетмәҫ хәлгә еткәйне: ул түгел, ә теге хат килтергән, кеше хәленә битараф ҡалмаған, ифрат борсолған мәрхәмәтле егет ҡотҡарҙы бит оло кешене! Тап ул, үҙ һүҙен һүҙ итеп, баланың әсәһенә шылтыраттырҙы. Шулай итеп, егеттең ихлас хәстәрлеге тотош ғаиләне ҙур бәләнән ҡотҡарып ҡалып, сикһеҙ бәхет бүләк итте. Эх, ҡайһы саҡта йәштәребеҙҙең ни ҡәҙәр яҡшы күңелле икәнен күреп еткермәйбеҙ шул... Автор: Айһылыу НИЗАМОВА әҙерләне https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/min-t-gel-khat-tashyusy-eget-ot-ar-y-uny-/