Баҡтиһәң, төшлө емеш һуттарын, ҡайнатмаһын оҙаҡ һаҡларға ярамай. Сейә, абрикос төшөндә амигдалин (В17 матдәһе) бар, аҙ миҡдарҙа ул рактан һаҡлай. Оҙаҡ торғанда, зыянлы синиль кислотаһына әүерелә. Яңы ғына әҙерләнгән ҡайнатма, компоттағы амигдалин кеше сәләмәтлегенә зыян килтермәй. Оҙағыраҡ һаҡланған һайын синиль кислотаһы миҡдары арта. Шуға төшлө емештәрҙән ҡышҡы запастарҙы бер йылда ҡулланып бөтөргә кәрәк.