Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Октябрь 2020, 17:44

Күреү һәләтен юғалтмау үҙегеҙҙән тора

Ер йөҙөндә 1 миллиард кеше ошо проблеманан яфалана. Ә бит сирҙәрҙең күбеһен булдырмаҫҡа йәки дауаларға мөмкин булыр ине!

Бөгөн - Бөтә донъя күреү көнө. Күҙҙәр сәләмәтлеген һаҡлауға йүнәлтелгән бик мөһим дата был. Ул Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ҡарары буйынса йыл да октябрҙең икенсе кесаҙнаһында үткәрелә. Был көндә һуҡырлыҡ һәм күреү һәләтенең боҙолоу проблемалары тураһында фекер алышыу ойошторола, сәләмәтлек пропагандалана. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, Ер йөҙөндә 1 миллиард кеше күреү һәләте боҙолоуҙан яфалана. Уларҙың күпселеген 50 йәштән өлкәнерәктәр тәшкил итә. Әммә йәштәр араһында ла бындайҙар аҙ түгел. Һуҡырлыҡ - күреү һәләтен юғалтыу тигән һүҙ. Төп сәбәптәре - катаракта, глаукома, һары таптың дегенерацияһы, күҙҙең мөгөҙсә шекәрәһе (роговица) тоноҡланыуы, диабетик ретинопатия, трахома һәм балаларҙың күҙ ауырыуы. Донъяла ҡартайыуға, контролһеҙ шәкәр диабетына бәйле һуҡырайыу йыш күҙәтелә. Ә бит уларҙың күпселеген булдырмаҫҡа йәки дауаларға мөмкин булыр ине! Күҙ күреүен һаҡлау өсөн нимә эшләргә мөмкин? Табип-офтальмологка даими күренегеҙ, күҙҙәрегеҙҙе һаҡлау өсөн күҙлектәр ҡулланығыҙ, гигиена талаптарын үтәгеҙ (компьютер экранына тиклем ара 30 сантиметрҙан да кәм булмаһын), яҡтылыҡ дөрөҫ төшһөн. Эш араһында күҙҙәрегеҙҙе ял иттерегеҙ. Ҡулдарығыҙ һәр саҡ таҙа булһын. Даими туҡланығыҙ, физик күнегеүҙәр ҙә файҙалы. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Автор: Дина Арсланова https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/K-re--l-ten-yu-altmau--ege--n-tora-490185/
Читайте нас: