Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Октябрь 2020, 05:13

Балсыҡ араһында - ир мәйете

Улар Өфөләге "Көньяҡ автовокзал"да таныша. Күрше ауылдарҙан икәнлектәре асыҡланғас...

2020 йылдың майында Өфө районының Ҡармасан ауылы эргәһендә балсыҡ өйөмө араһында ир кешенең мәйетен тапҡайнылар. Суд-медицина экспертизаһы мәрхүмдең шәхесен асыҡларға ярҙам иткән - ул Кушнаренко районынан 49 йәшлек ир, юғалғаны тураһында былтыр майҙа туғаны белдергән булған. Мәйеттең тәнендәге бик күп яра эҙҙәре уның туҡмалып үлгәнен раҫлаған. Ваҡиға буйынса енәйәт эше асылған. Тәфтишселәр урындағы кешеләрҙән һорашып, үлгән ирҙең хәрәкәт итеү маршрутын билдәләгән. Ошонан сығып, Ҡармасан ауылынан 18 йәшлек егет үлтереүҙә шик аҫтына алынған. Ныҡлы дәлилдәр килтерелгәс, уға ғәйебен таныуҙан башҡа сара ҡалмаған. Ҙур фажиғәгә еткергән хәл-ваҡиға 2019 йылдың 30 апрелендә үк була. Ғәйепләнеүсе һәм зыян күреүсе Өфөләге "Көньяҡ автовокзал"да таныша, һөйләшә торғас, күрше ауылдарҙан икәнлектәре асыҡлана. Ҡайтыр яҡҡа икеһе бер маршрутҡа ултыра, юл буйы иҫерткес эсемлек эсеп баралар. Үҙ туҡталышына еткәс, ғәйепләнеүсе юлдашын ҡунаҡҡа саҡыра. Осрашыуҙың аҙағы ҡот осҡос бәлә менән тамамланыр тип уйламағандарҙыр: араҡы эсә торғас, аңдары томаланған иҫеректәр талашып китә. Йәше олоһона ултырғыс, шунан тимер торба менән һуға, бысаҡ менән сәнсә. Ҡунаҡ ир шул урында уҡ үлә. Кеше ғүмерен ҡыйыусы бер тәүлектән һуң өс иптәше менән килеп, йәнһеҙ кәүҙәне балсыҡ өйөмө араһына алып барып күмеп ҡуя. Мәйетте балсыҡ алырға килгән икенсе берәү таба һәм полицияға хәбәр итә. Ғәйепләү һөҙөмтәһе менән енәйәт эше тейешле хөкөм сығарыу өсөн судҡа ебәрелгән. Фото: moment-istini.com Автор: Аклима Гизатуллина https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Balsi-ara-inda-ir-m-yete-488788/
Читайте нас: