Сәйеңде эс, күршекәйем, миңә ҡарама, ашарға бешерәйем мин. Туң балыҡты алып ҡуйғайным, ирегән икән. -Бешер-бешер, сәйең хатта тәмле, тағы бер кәсә генә эсәм инде. “Эй, маладис балыҡ, матур ғына булып ирегәнһең”,- тип һөйләнә-һөйләнә балыҡты ҡағыҙ салфетка менән ҡоротоп алдым, өҫтөн ҡулым менән һыпырып ҡуйҙым. Шул мәл күршем миңә аптырап ҡараны ла: -Бәй...Балыҡты һыйпайһыңмы ул? Иҫәрләнеп бараһыңмы әллә? Ыста!!! Әллә һөйләшә лә инде балыҡ менән..Ярар, сәйең тәмле булды, мин ҡайтайым инде. Шулай тип йәһәт кенә тороп сығып киткән күршемдең артынан аптырап ҡарап ҡалдым. Әллә ысынлап та мине балыҡ менән һөйләшә тип аңланы инде? Шулайҙыр, моғайын. Үҙ алдыма көлә-көлә ашарға бешерергә тотондом. Күптән балыҡты шыйыҡ ҡамырға манып (в кляре) бешерергә хыяллана инем, ниһәйәт, хыялым тормошҡа ашты. Башта минтай балығын ваҡ киҫәктәргә тураным, тоҙ-борос һибеп бутағас, бер ситкә алып ҡуйҙым. Шунан бәләкәй табаҡта ике йомортҡаны ныҡ ҡына итеп туғыным. Саҡ ҡына тоҙ ҙа һибеп ебәрҙем. Әйткәндәй, ҡырғыстан үткәрелгән сыр, ике ҡалаҡ майонез да ҡушҡаным бар, тәмле була. Йәл, бөгөн минең сырым юҡ ине, шуға ошондай эконом-вариант килеп сыҡты. Хәҙер ошо туғылған йомортҡаға он ҡушып, яҡшылап болғатырға кәрәк. Ҡамыр шыйыҡ ҡаймаҡ ҡуйылығында булырға тейеш. Булдымы? Улайһа, тотондоҡ бешерергә! Табала үҫемлек майын ҡыҙҙырығыҙ. Балыҡ киҫәктәрен шыйыҡ ҡамырға тығып алабыҙ ҙа, табала ҡыҙҙырабыҙ. Утты үтә ҡыҙыу итмәгеҙ. Беләһегеҙме, башта бер яғын ҡыҙҙырғансы мин табаны ҡапҡас менән яптым. Икенсе яғына әйләндергәндә, ябып торманым. Шул тиклем тәмле килеп сыҡты. Бер ултырыуҙа бер тәрилкә “Һә” тигәнсе юҡ булды! ???? P.S.Әйткәндәй, күршемә лә ныҡ оҡшаны был тәмлекәс. Күстәнәс итеп кереткәйнем, рецебын да һорап алды әле)???????????? (Гөлназ Ишемғолова)