Кәбеҫтә, ғәҙәттә, өс төргә – иртә, уртаса һәм һуң өлгөрә торғанға бүленә. Иртә өлгөргән кәбеҫтәне беҙҙең климат шарттарында июль аҙаҡтарында уҡ ашай башлайбыҙ. Ә бына уртаса өлгөргән кәбеҫтәне сентябрь айынан ҡалмайынса йыйып алырға кәрәк. Бындай сорттар яҡынса өс-дүрт ай һаҡлана ала, шулай уҡ һәр төрлө салаттар, маринадтар өсөн ҡулланырға мөмкин. Йыйыр алдынан ике аҙна дауамында кәбеҫтәгә һыу ҡойорға ярамай. Уңышты аяҙ көндә йыйырға кәңәш ителә. Кәбеҫтәләрҙе ташлау, тышҡы ҡатламына бысаҡ кеүек осло әйбер менән тейеү уның һаҡланыу ваҡытына кире йоғонто яһай. Һуң өлгөрә торған “Белоснежка”, “Валентина F1”, “Зимовка 1474”, “Колобок”, “Московская поздняя” кеүек сорттар беҙҙең климат шарттарында ла яҡшы уңыш бирә. Тәжрибәле баҡсасылар һәм йәшелсәселек тармағы белгестәре уларҙы октябрь урталарында йыйырға кәңәш итә. Фото: avatars.mds.yandex.ne Автор: Гөлдәр Яҡшығолова https://bash.rbsmi.ru/articles/ba-sa/atli-atli-k-be-t-ne-asan-yiyip-alir-a-489716/