Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Октябрь 2020, 06:51

Алтын көҙҙөң дә һөйөндөрмәүе мөмкин

Беҙ бит робот түгел, ә тере кешеләр, көн дә үҙеңде бәхетле тойоу йәки даими шатлыҡ кисереү мөмкин түгел. Хатта үҙен оптимист тип һанағандарға ла юҡһыныу, ҡайғырыу йәки хәүефләнеү тойғолары хас.

Көҙҙө кемдер көтөп ала, ул ҡайһы берәүҙәр өсөн бик уңышлы, емешле булыуы ихтимал. Шулай ҙа алтын көҙ күптәр өсөн ҡатмарлы күсеү осоро, моңһоу ҙа, күңелһеҙ ҙә, төшөнкөлөк баҫҡан мәл. Үҙеңде яҡшылыҡҡа дәртләндереүгә ынтылыш юғала, кәйеф ҡырылып ҡына бара, иртән тороуы ауырлаша. Миҙгелдәрҙең алмашыу барышы тамамланғас та, ауыр депрессияның көсәйеүе ихтимал. Беҙ бит робот түгел, ә тере кешеләр, көн дә үҙеңде бәхетле тойоу йәки даими шатлыҡ кисереү мөмкин түгел. Хатта үҙен оптимист тип һанағандарға ла юҡһыныу, ҡайғырыу йәки хәүефләнеү тойғолары хас. Шулай булырға тейеш тә. Йәйҙең матурлығы төҫһөҙләнгән, көҙ күренештәре күберәк урын ала барған һайын ауырыраҡ була бара. Ҡояш болоҡһоу болоттар артына йәшеренә, йәмле йылы көндәрҙе быҫҡаҡ ямғыр, еүеш, йәнгә тейгес, өшөткөс елдәр алмаштыра. Көндәр ҡыҫҡара. Үҙең менән риза булмау, тәрән ҡәнәғәтһеҙлек, өмөтһөҙлөк тойғолары тынғылыҡ бирмәй. Ғәҙәттәге эс бошоу менән депрессия араһында ниндәй айырма бар? Депрессия төшөнкө кәйеф кенә түгел, ул – сир. Эс бошоу һәм һағыш - кешенең ваҡытлыса торошо, климатҡа яраҡлашыу мәленә хас үҙенсәлек. Уны дарыуҙарһыҙ ҙа үҙаллы еңеп сығырға мөмкин. Психологияла эс бошоуҙың өс күрһәткесе бар: тойғоларҙың һүрелеүе, көс бөтөүе һәм йоҡо килеү. Уның 2-4 аҙнаға һуҙылыуы ихтимал. Аҙаҡ бындай хәл үтеп китә. Ә депрессия – даими. Бик оҙаҡҡа һуҙылған төшөнкөлөктөң депрессияға әүерелеүе мөмкин. Айҙар үтә, ә кеше үҙен ҡулға ала алмай. Был осраҡта уға яҡындарының ярҙамы мөһим. Һағыштан, ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһонан айырыла алмағандарҙы оялтырға, ғәйепләргә ярамай. Миҙгелдәр алышынғанда тирә-яҡ мөхиттән тыш, кеше организмында ла үҙгәрештәр башлана. Организм тәбиғәткә яраҡлашырға тырыша, энергияны һаҡларға, яңы температура шарттарына ҡулайлашырға ынтыла. Энергияны сарыф итеү кәмей, оҙайлы, ҡатмарлы ҡышҡы осорға әҙерлек дауам итә. Барыһы ла беҙҙең дөйөм торошобоҙҙа сағыла, арыйбыҙ, йоҡомһорайбыҙ – уларҙы организмдың тәбиғи реакцияһы тип ҡабул итергә кәрәк. Депрессияның төп билдәләре сирҙәрҙең халыҡ-ара классификацияһында билдәләнгән. Кешелә пессимистик уйҙарҙан тыш, психиканың тотороҡло ауыр үҙгәреше күҙәтелһә, йоҡоһоҙлоҡ йонсотһа ( киреһенсә лә булыуы ихтимал), бер нимә лә шатлыҡ тойғоһо уятмаһа, тормошҡа ҡыҙыҡһыныу юғалһа, иғтибар кәмеһә, был саҡта депрессия хаҡында һүҙ йөрөтә алабыҙ. Ул ҡатмарлы процесс, бары белгестәр генә диагноз ҡуя ала. Ниндәйҙер билдәләре күҙәтелә икән, табипҡа мөрәжәғәт итеүҙән тартынырға ярамай. Йыш илағы килеү, сәбәпһеҙ ҡуҙғыу, ярһыу, агрессия һәм хроник талсығыу һеҙҙең психикағыҙҙың ниндәйҙер сәбәп арҡаһында көсөргәнештә тороуын күрһәтә. Был сәбәпте асыҡларға кәрәк. Ял итегеҙ, күберәк хәрәкәтләнегеҙ, көн һайын тын алыу күнегеүҙәре менән шөғөлләнегеҙ. Ҡараңғы бүлмәлә ултырмағыҙ, өйөгөҙ яҡты, йәмле, йылы булһын! Әгәр ҙә бер нимә лә ярҙам итмәй икән, невропатолог йәиһә психолог менән кәңәшләшегеҙ. Даими стреста, көсөргәнештә йәшәү нервы системаһына кире йоғонто яһай. Тәүҙәрәк ул хәүефләнеү, борсолоу менән билдәләнһә, аҙаҡ депрессияға әүерелеүе ихтимал. Проблеманан ҡасырға, уны инҡар итергә ярамай, киреһенсә, сәләмәтлегегеҙгә иғтибарлы булырға, һәр яңы атҡан таңды һәйбәт кәйеф менән ҡаршыларға кәрәк. Хәстәрлек, дөрөҫ диагностика, ваҡытында үҙеңде ҡулға алыу- психик сәләмәтлек нигеҙе. Автор: Дина Арсланова https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Altin-k---d--y-nd-rm-e-m-mkin-488922/
Читайте нас: