Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Октябрь 2020, 16:15

Ишембай айыуын кем алған?

Яңыраҡ Ишембай районының Ивановка ауылы янында ситлектә табылған ас, хәлһеҙ айыу тураһындағы яҙма социаль селтәрҙә ҙур тауыш ҡуптарҙы, тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Уны бешмәк йыйыусылар күреп ҡалған.

Урындағы халыҡ белдереүенсә, айыу ҡасандыр циркта сығыш яһаған, һуңынан бер кемгә лә кәрәге ҡалмаған. Улар ситлектә икәү булған, береһе астан үлгән.
Был яҙма тәбиғәт һаҡсыларын да битараф ҡалдырмай. Улар хайуанға насар мөнәсәбәт осрағы буйынса полицияға ғариза ла яҙған. Яңыраҡ был айыуҙың яҙмышы ыңғай хәл ителеүе хаҡында билдәле булды. Тайыш табанды Иглин районында йәшәгән “Иҙиәтуллин Х.С.” крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Хәсән Иҙиәтуллин үҙ ҡанаты аҫтына алған.
– Һуңғы көндәрҙә социаль селтәрҙә ҙур тауыш ҡуптарған айыуҙың яҙмышы хәл ителде. Хәҙер уның йәшәгән урыны “Иҙиәтуллин Х.С.” крәҫтиән (фермер) хужалығы. Беҙҙең артабанғы бурыс – уға йәшәү һәм туҡланыу буйынса яҡшы шарттар тыуҙырыу. Ул ошондай ауыр хәлдә бында йәшәргә килгән беренсе айыу түгел, – ти “Инстаграм”дағы диуарында Хәсән Иҙиәтуллин.
Ысынлап та, айыу яҡшы ҡулдарға эләгеүенә шик юҡ. Хәсән Сәғитйән улы меңәрләгән йылҡы тота, уның хужалығында һәр йорт хайуанына ла, ҡырағай мөхиттән эләккән йәнлектәргә лә йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған.
Фото: социаль селтәрҙән.
Автор: Рәмилә Мусина.
Читайте нас: