Даирә
-9 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Октябрь 2020, 11:10

Өфө урамдарында - Бэтмен менән Супермен...

Ошо ялдарҙа Өфө ҡалаһының “Ҡарағайҙар” биҫтәһе видеокамераларының береһенә Голливуд фильмдары геройҙары Бэтмен һәм Супермен костюмдарын кейгән икәү эләгә.

Улар камера ҡуйылған төҙөлөшкә самокаттарҙа килә лә шлагбаум эргәһендә әҙерәк шаярып тора бирә. Супергеройҙарға бер эт тә эйәргән. Бэтмен менән Супермен уның менән уйнағандан һуң, ҡоймаға “Ҡарағайҙар” биҫтәһен балалар баҡсаһы менән тәьмин итегеҙ” тигән яҙыулы плакат элә.
Урындағы халыҡ был балалар баҡсаһын күптән, атап әйткәндә, 2011 йылдан алып көтә.
Объект өсөн яуаплы “3-сө трест” ойошмаһының рәсми яуабы буйынса, улар тарафынан төҙөлөш эштәре алып барыла, әммә ғәмәлдә буласаҡ баҡса урыны ҡойма менән уратып алынған, эш туҡтатылған.
Бэтмен менән Супермен костюмдары кейеп, “Ҡарағайҙар” биҫтәһе халҡы был хәл ителмәгән мәсьәләгә ошо рәүешле иғтибар йүнәлтергә тырыша.
Фото: видеонан скриншот.
Автор: Айгөл Йәмилева.
Читайте нас в