Даирә
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Октябрь 2020, 22:20

Указға ниндәй үҙгәрештәр индерелде?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.

Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 65 йәштән өлкәндәргә, аҙыҡ-түлек, дарыу һатып алыу, элемтә салонына, баҡсаға, зыяратҡа барыу осраҡтарынан тыш, ҡурсаланыу тәртибен үтәргә кәңәш ителә. Пенсионерҙарға шулай уҡ табип күрһәтмәһе буйынса киҙеүгә ҡаршы вакцина яһатырға тәҡдим яһала.
Тотош Башҡортостан халҡына, шулай уҡ республика биләмәһендәге сит ил граждандарына, гражданлығы булмаған кешеләргә ҡурсаланыу тәртибен үтәргә кәрәк. Эш биреүселәргә хәүеф төркөмөнә ингән хеҙмәткәрҙәрен киҙеүгә ҡаршы вакцинациялауҙы хәстәрләргә, башҡа хеҙмәткәрҙәр араһында киҙеүгә ҡаршы иҫкәртеү сараһын күрергә кәңәш ителә.
Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм “Башҡортостан” дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы менән берлектә киҙеү менән киҫкен респиратор вируслы инфекция, шул иҫәптән COVID-19 үҙенсәлектәре күҙәтелгәндә үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре, уларҙы иҫкәртеү саралары, Башҡортостанда ошо сирҙәрҙең таралыуына ҡаршы эш итеү, шулай уҡ киҙеүҙән прививка яһатыуҙың әһәмиәте тураһында граждандарға мәғлүмәт биреүҙе ойошторорға тейеш.
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас в