Бының өсөн бер стакан кефир, бер стакан ҡырылған сыр, ике стакан он, яртышар сәй ҡалағы тоҙ, шәкәр, сода кәрәк. Ә эслеккә бер бәйләм йәшеллек - әнис, петрушка булһа ла ярай, ыҫланған тауыҡ түше йәки колбаса, ҡырылған сыр, үҫемлек майы алабыҙ.
Башта кефирҙы тоҙ, сода, шәкәр менән бергә бутайбыҙ ҙа, сыр һәм он өҫтәп, йомшаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ. Шунан эслек өсөн йәшеллекте, тауыҡ итен ваҡлап турайбыҙ.
Ҡамырҙы дүрт өлөшкә бүләбеҙ. Йәйелгән һәр бер өлөшөнә эслек һалып, ситтәрен бөкләйбеҙ. Шунан тағы ла йәйеп, эслек һалып сығабыҙ.
Артабан табаға май һалып, талғын ғына утта йәймәләрҙе ике яғын да әйләндереп бешерәбеҙ. Ризығыбыҙ әҙер.