Даирә
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Октябрь 2020, 04:16

“Халыҡ ерҙең тәғәйенләнешен белергә тейеш”

Наталья Полянская билдәләүенсә, йыш ҡына муниципалитеттар ҡабул иткән ҡарарҙарға ялыу килә.

“Башҡортостан Республикаһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закон проектын тикшереү буйынса “түңәрәк өҫтәл”дә республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская сығыш яһаны. Был закон проектында һүҙ муниципаль ер контроле буйынса вәкәләттәрҙе Башҡортостандың дәүләт власы органдары менән урындағы үҙидара органдары араһында ҡайтанан бүлеү хаҡында бара. Министр әйтеүенсә, хакимиәт даирәһе билдәләнмәгән ер биләмәләре иғтибар үҙәгенә эләгә. Закон проектының төп маҡсаты – документтар тултырғанда айырмалыҡтарға юл ҡуймау, биләнгән ер өсөн һалымды тулыһынса йыйыу һәм урындағы идара органдарына контроль. Наталья Полянская билдәләүенсә, йыш ҡына муниципалитеттар ҡабул иткән ҡарарҙарға ялыу була. Шуға күрә бындай ғәмәлдәр асыҡтан-асыҡ башҡарылырға, муниципалитеттағы ерҙәрҙең тәғәйенләнешен, уларҙы нисек файҙаланыу мөмкинлеген граждандар белергә тейеш. “Түңәрәк өҫтәл”дә Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы вәкилдәре, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ҡатнашты. Фото: ufa.nedvrf.ru Автор: Лилия Давлетбакова https://bash.rbsmi.ru/articles/br-normativ-kho-u-i-akttary/Hali-er-e-t--yenl-neshen-belerg-teyesh-480161/
Читайте нас: