Ведомство асыҡлауынса, 33 йәшлек электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе Ағиҙел аша һалынып ятҡан күпер төҙөлөшөндә эшләгән. Ҡайһылыр бер мәлдә ниндәйҙер сәбәп менән ул биш метрлыҡ бейеклектән осоп төшкән.
Табиптар ҡарағандан һуң, бәләгә тарыусының ябыҡ төрҙәге баш мейеһе йәрәхәте алғанлығын асыҡлаған. Әлегә эшсенең нисек ҡолап төшкәнлеге - үҙенең һаҡһыҙлығы арҡаһындамы, хеҙмәт тәртибе ҡағиҙәләре теүәл үтәлмәү сәбәплеме - билдәһеҙ. Бәхетһеҙлек сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү эштәре бара.
Фото:dsk-stolica.ru
Автор: Аклима Гизатуллина.