Даирә
-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Сентябрь 2020, 11:05

Айыу тимер юлсыларға һөжүм иткән

Был хәл ошо көндәрҙә Белорет районында була. Тимер юл хеҙмәткәрҙәре Олойылға ауылы эргәһендә юл ремонтлап йөрөгәндә, улар ҡаршыһына айыу килеп сыға.

Йәнлек күмәк кешенән ҡурҡмай, ә юл эшселәре уны күргәс, ҡоттары осоп, ҡасырға тотона. Айыу иһә кем хәрәкәт итә, шул кешегә табан ынтыла. Видеояҙманы төшөргән кеше иптәштәренә йүгермәҫкә, ҡыбырламаҫҡа ҡуша, “тик тороғоҙ, хәрәкәт итмәгеҙ, шул саҡта үҙе китә” тип ҡысҡырып бойороҡтар бирә. Ул ҡушҡандарҙы тыңлап ҡына айыуҙан ҡотолоп ҡалалар. Тайыш табан урманға инеп юғала...

Ир был видоеяҙманы социаль селтәргә һалып, Олойылға ауылы эргәһендә айыу йөрөгәне тураһында иҫкәртә. Яҙманы ҡарап, берәүҙәр: “Ниндәй матур!” – тип урман хужаһына ҡарата һоҡланыу белдерһә, икенселәр операторҙың ҡулдары ҡалтырағанына, ирҙәрҙең ысынлап ҡурҡҡанына иғтибар иткән.

Урман – ҡырағай хайуандар төйәге, шуға ла тәбиғәт ҡосағында булғанда бындай осрашыуҙарға һәр саҡ әҙер булырға, үҙеңде дөрөҫ тотоу, һаҡланыу сараларын күрергә кәрәк.

Фото: скриншот.
Автор: Рәмилә Мусина.
Читайте нас в