Кисә, 15 сентябрҙә, Бөрө районында ҡот осҡос фажиғә теркәлде. "Башкирэнерго" компанияһында эшләгән ике ир райондың Кандаковка ауылы янындағы ярҙамсы станцияла ремонт эштәре башҡарған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эшселәрҙе ток һуҡҡан.
Республиканың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, уларҙың икеһе лә урында һәләк булған. Эшселәрҙең үлеме сәбәбен криминалистар һәм инспекцияның белгестәре асыҡлай. Улар хәүефһеҙлек нормалары үтәлешен дә тикшерәсәк.
Шуныһы аяныс, эшсе ирҙәргә ни бары 33-өшәр йәш кенә булған. Уларҙың ғаиләләренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.