Ҡот осҡос фажиғә республиканың Иглин районы үҙәгендә ошо көндәрҙә була. 32 йәшлек өс бала әсәһе Альбина Е. иренән туҡмалып, яҡты донъя менән хушлаша. Ҡатындың әхирәте белдереүенсә, уны ире гел йәберләгән. Һуңғы туҡмалыуҙан һуң меҫкен бер нисә көн реанимацияла ятҡан, тик йәрәхәттәр үтә ауыр булған шул. Ҡатын вафат булған. "Альбинаның ата-әсәһе юҡ ине. Өс бәләкәй балаһы кем ҡулында ҡалыр? Иң бәләкәсенә ике генә йәш. Ул илай, көн һайын әсәһен таптыра. Әле Альбинаны ерләү өсөн Силәбенән апаһы һәм еҙнәһе килә ята. Уны һуңғы юлға матурлап оҙатырға теләйбеҙ. Альбина бик изге күңелле, һәйбәт кеше ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шулай әҙ генә йәшәп өлгөрҙө", - тигән Елена исемле әхирәте “КП-Уфа” порталына. Ҡатынды ерләү өсөн уның дуҫтары һәм яҡындары әле аҡса йыйыу менән мәшғүл. Балаларҙы етем ҡалдырып, ҡатынын туҡмап үлтергән ҡанһыҙ атай тураһында әлегә мәғлүмәттәр юҡ. Уны ҡулға алып, төрмәгә ултыртасаҡтары аңлашыла. Ә бына ҡатынын туҡмаған саҡта өс балаһы тураһында уйланымы икән ул? Сабыйҙарҙың кемдәр ҡулында ҡалыуы шулай уҡ билдәле түгел. Фото: КП-Уфа. Автор: Альфия Мингалиева https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/s-y-e-atay-tu-map-lterg-s-458239/