Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Сентябрь 2020, 11:31

Һәр минут - хәл иткес

Полинаны тиҙ арала табырға кәрәк, сөнки ул медицина ярҙамына мохтаж.

11 сентябрҙә баш ҡалала 18 йәшлек Полина Шуткова ғәйеп булған. Ҡыҙ өйөнән сығып киткән һәм ҡайтмаған. Ирекмәндәр белдереүенсә, Полинаны тиҙ арала табырға кәрәк, сөнки ул медицина ярҙамына мохтаж.
"Тәүлектән ашыу ҡалала һәм тәбиғәттә эҙләнек. Әлегә һөҙөмтә юҡ, таба алманыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның өсөн ваҡыт үтеүе бик хәүефле булыуы ихтимал", – тип яҙҙы ҡыҙҙы эҙләү менән шөғөлләнгән “Лиза Алерт” ирекмәндәре.
Улар Өфө кешеләренән ярҙам һорай. Кемгә ауыр түгел, үҙ ихатаһын һәм подъезын иғтибар менән ҡараһа ине. Эҙәрмәндәр ҡаланың бөтә ихаталары буйлап үтә алмай шул. Айырыуса Дим, Затон, Йәшел сауҡалыҡ райондарында йәшәгәндәр иғтибарлыраҡ булһа ине. Полинаның ошо биҫтәләрҙә булыуы ихтимал. Шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә, мессенджерҙарҙа ҡыҙҙың юғалыуы тураһындағы мәғлүмәтте таратыу мөһим.
Полинаның билдәләре: буйы 170 см, уртаса буй-һынлы, сәстәре һары, күҙҙәре йәшел. Юғалған көндә ул ҡара-ҡыҙыл куртка, ҡара итәк, ҡара ҡалын колготки, шнурлы ҡара туфли кейгән булған.
Уны күрһәгеҙ, 112 һандарына йәки “Лиза Алерт”тың 8-800-700-54-52 номерына шылтыратыуҙы һорайҙар.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: