Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Сентябрь 2020, 07:03

"Улымдың аяғын ҡырҡтырырға рөхсәт бирмәнем"

Бер килеүемдә улым илап, шешенеп бөткән ине. Нимә булған икән тиһәм, аяғын ҡырҡырға кәрәк, тигән ҡарарға килгәндәр...

Улыма 12 йәштәр тирәһендә кинәт аяғы һыҙларға тотондо. Малай кеше бит, йүгерергә-һикерергә ярата ине. Күрәһең, һөйәктәренә зыян килгән. Ауырыуының сәбәбен белмәнек. Улымды дауаханаға алып барҙым. Теүәл диагнозын хәтерләмәйем. Һөйәктәре серей башлаған, тинеләр. Тиҙҙән аяҡҡа ла баҫа алмай ине инде. Уны байтаҡ ҡына күтәреп йөрөтөргә тура килде. Буй еткергән улымдың урын өҫтөндә ятыуын күреп, йөрәгем телгеләнде. Бер килеүемдә улым илап, шешенеп бөткән ине. Нимә булған икән тиһәм, уға операция яһарға йыйыналар икән. Аяғын ҡырҡырға кәрәк, тигән ҡарарға килгәндәр. Улымдың хәлен күреп, ҡырҡтырырға ризалыҡ бирмәнем. Операциянан баш тартҡас, беҙҙе ҡайтарып ебәрҙеләр. Бала өйҙә, йөрөй алмай, дауалап та булмай, аяғы һыҙлай. Ауылдағы бер әбейгә саҙаҡа бирергә ингәс, улыңды һалам һыуына ултыртып ҡара әле, тип кәңәш итте. Асыҡ йәрәхәттәре булһа ла, тәүәккәлләнек. Ирем менән икәү улыбыҙҙы сәғәттәр буйы һалам һыуына ултырта инек. Доғалар уҡыуымды ла туҡтатманым. Аллаһтан гел ярҙам көттөм. Ни хикмәт, улымдың аяғындағы йәрәхәттәр әкренләп йүнәлә башланы. Ул тора-бара аяғына баҫты. Башта — таяҡ менән, һуңынан унһыҙ йөрөргә өйрәнде. Ҡабат дауаханаға барғас, улымды күреп, табиптар ҙа шаҡ ҡатты. “Ни эшләттегеҙ уны?” — тип ғәжәпләнделәр. Башта ҡурҡтыҡ, дөрөҫөн әйтергә ҡыйманыҡ. Унан анализдары яҡшы икәнен белгәс, барыһын да һөйләнек. Баҡһаң, улымдың һөйәктәре нығып, үҫә башлаған икән. Һалам һыуының да файҙаһы булғандыр. Әммә улымды аяҡҡа баҫтырыусы Аллаһ Тәғәлә тип һанайым. Теге юлы аяғын киҫәбеҙ тигәндә ул миңә дөрөҫ юл күрһәтте бит. Улым өйләнде. Оҙаҡ йылдар троллейбус йөрөтөүсе булып эшләне. Әле хаҡлы ялда, ҡатыны, ике балаһы, ейәндәре бар. Шөкөр, аяҡтары ауыртып борсоғаны юҡ. Зәйнәп апайығыҙ. Фото: stoler.ru Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: